Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 23:11

Парагвай артистары үҙенсәлекле сығыш әҙерләй

Фольклориадаға Парагвайҙан килгән ансамбль Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына юлланасаҡ.

Фольклориадаға Парагвайҙан килгән ансамбль Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына юлланасаҡ.
VI Бөтә донъя Фольклориадаһында Парагвай исеменән “Айбероамерикано”ансамбле сығыш яһай. Был Көньяҡ Америка иленең бай мәҙәниәте индеецтар менән испан мәҙәниәтенең ҡушылмаһынан тора.
Әлеге көндә ансамбль дәррәү репетициялар алып бара. Ҡатнашыусылар өсөн Парагвайҙа фольклориада логотибы һалынған футболкалар әҙерләгәндәр. Башҡортостанға “Айбероамерикано” баш өҫтөнә көршәктәр һәм шешәләр ҡуйып бейегән парагвай халыҡ бейеүен алып килә. Уны 19-сы быуат кейемендәге ҡыҙҙар башҡара.
Фольклориада көндәрендә коллектив Төньяҡ-көнбайыш фестиваль округына концерттар ҡуйырға юлланырға тейеш. 5 июлдә – Дүртөйлө районында, 6-һында – Яңауылда, 7-һендә – Тәтешлелә, 8-ендә – Нефтекама ҡалаһында, 9-ында Илештә сығыш яһағандан һуң, ансамбль Өфөгә әйләнеп киләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: CIOFF®-тың VI Бөтә донъя фольклориадаһы 3 – 10 июлдә Башҡортостанда үтә. Тантананы асыу сараһы “Өфө-Арена”ла 3 июлдә була.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: