Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 22:45

Ялған сертификаттар өсөн - енәйәт яуаплылығы

Һуңғы көндәрҙә республикала эпидемияға ҡаршы саралар көсәйтелеүе сәбәпле вакцина яһатмайынса прививка ҡаҙатыу тураһында ялған сертификаттар алыуға ихтыяж артыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Ялған сертификаттар таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Марат Гәрәев аңлатма бирҙе.

- Бындай осраҡтар өсөн дисциплинар яуаплылыҡтан тыш, енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Ҡайһы берәүҙәр бер нисә мең һумлыҡ ришүәт өсөн яза булмаҫ тип яңғылыша. Әммә бәләкәй күләмдә ришүәт алған йәки аралашсы булған өсөн дә 231-се статьяла яза ҡаралған, уларға бер йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәрҙең вакцинация тураһында сертификаттар йәки бланктар менән “сауҙа итергә” маташыуҙары шулай уҡ язаһыҙ ҡалмаясаҡ, бындай мутлыҡтар өсөн алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
Марат Гәрәев әйтеүенсә, граждандарҙың белә тороп вакцинация тураһындағы ялған сертификаттарҙы файҙаланғаны өсөн шулай уҡ енәйәт яуаплылығы ҡаралған – алты айға тиклем иректән мәхрүм итәсәктәр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: