Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 12:39

"Еңел" аҡсаға ҡыҙыҡһаң...

Полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ наркотик матдә таратыуҙа ғәйепләнгән ҡыҙҙы ҡулға алған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ наркотик матдә таратыуҙа ғәйепләнгән ҡыҙҙы ҡулға алған.
20 йәшлек ҡыҙҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, күрше ауылдан Белоретҡа туғандарына ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ата-әсәһе ебәреп торған аҡсаға йәшәгән. Әлбиттә, был уға етмәгән һәм ул, “еңел” аҡса эшләп алыу маҡсатында, социаль селтәрҙә иғландар ҡарай башлай. Аҙнаһына 45 мең һум аҡса эшләп алыу мөмкинлеге тураһындағы ылыҡтырғыс иғлан уны үҙенә йәлеп итә. Был “эш” буйынса мөрәжәғәт иткән кеше билдәле ерҙә наркотик матдәне ҡалдырыу өсөн йәшертен урындар булдырырға тейеш.
Тикшереү саралары үткәргән ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан наркотиктар һалынған йәшертен урындар табыла.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Екатерина КОСЯКОВА,

Белорет эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: