Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 09:59

Хәмер һатылмай

27 июндә, Йәштәр көнөндә, Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла (йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә һатыуҙан тыш).

27 июндә, Йәштәр көнөндә, Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла (йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә һатыуҙан тыш).
Был сикләү «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы индерелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала түбәндәге көндәрҙә алкоголь продукцияһы һатыу тыйыла:
— Яңы йыл каникулдарында (4, 5 һәм 6 ғинуарҙа) – урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем;
— Башҡортостан Республикаһының муниципаль районында, ҡала округында һабантуй уҙғарылған көндә;
— «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында;
— Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә);
— Яңы йыл каникулы көнөндә (3 ғинуарҙа).
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: