Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 15:47

Тыуған яҡты өйрәнеүселәре форумы асылды

Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре форумы бара.

Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре форумы бара.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумының беренсе ултырышы 2020 йылдың декабрендә онлайн-форматта уҙһа, бөгөн ултырыш офлайн үткәрелә. Форумға республиканан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдар, тарихсылар, башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар йыйылды. Башҡортостан ауылдарының тарихын өйрәнеү мәсьәләләре, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙә яңы формат булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, республикала археология ҡомартҡыларын өйрәнеү һәм популярлаштырыу проблемалары, тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа музейҙарҙың һәм китапханаларҙың роле ҡарала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
«Беҙҙең бурыс – йәштәрҙә тыуған яҡҡа, уның тарихына һөйөү тәрбиәләү. Мәғрифәтселәр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов нигеҙ һалған тыуған яҡты өйрәнеү традициялары беҙҙең көндәрҙә лә йәшәй. Шәжәрә байрамдары,башҡорт ырыуҙарының осрашыуҙары популярлыҡ яулай, тарихи реконструкцияларға ҡатнашыусылар һәм тамашасылар күберәк йәлеп ителә. Бөгөн тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү мөмкинлектәрен, музей майҙансыҡтарын һәм уларҙың формаларын әүҙемерәк файҙаланырға, иң яҡшы проекттарға грант тапшырырға, киң йәмәғәтселеккә еткереү өсөн тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен цифрлаштырыу менән шөғөлләнергә кәрәк», — тиелә сәләмләүҙә.
Йыйылыусыларҙы Башҡортостан парламентының вице-спикеры һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла сәләмләне.
«Тыуған яҡты өйрәнеүселәр – ғүмер буйына фиҙакәрлек менән шөғөлләнгән кешеләр, улар тарихи ғәҙелллект һәм мәҙәни кодтар һағында тора. Форумдың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында уҙғарылыуы бик әһәмиәтле», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Республиканың иң яҡшы тыуған яҡты өйрәнеүселәре Хөкүмәттең һәм Дәүләт Йыйылышының рәхмәт хаттары, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Яҡташтарыбыҙ Ринат Шәйбәков - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы, Илдар Шәрипов - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм Зөлфәр Ғәтиәтуллин Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты менән менән бүләкләнде.
«Башҡортостан – тыуған яҡты өйрәнеү эше буйынса лидерҙарҙың береһе. Беҙҙә шәжәрәләр, генеалогик тикшеренеүҙәр төҙөү үҫешкән, беҙҙә бай археологик материал бар, бында тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙур роль уйнай, китапхана, музей эше әүҙем бара. Форумдың төп маҡсаты – тәү сиратта үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу. Бында профессиналь ғалимдар, реконструкторҙар, топонимика, спорттың милли төрҙәре, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте менән шөғөлләнгәндәр йыйылған. Уларҙың бөтәһен дә дөйөмләштереп тыуған яҡты өйрәнеүселәр тип әйтергә мөмкин. Улар үҙ райондарына, төбәктәренә ҡайтҡас, яңыртылған форматта эшләй башлар», — тине «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумын йыл һайын уҙғарыу күҙаллана.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: