Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 23:55

Үҙгәрештәр һәр кемгә ҡағыла

Республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 5 июленән ябыҡ биналарҙа эшләгән дөйөм туҡланыу учреждениеларына, матурлыҡ, косметика, массаж һәм СПА-салондарына, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейнға, шифахана-курорт ойошмаларына барғанда, шулай уҡ студенттар ятаҡтарына урынлашҡанда ҡулыңда вакцинация үтеүең тураһында белешмә (сертификат) булыуы шарт. Уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алырға мөмкин.
Тәүге компонентты алыуға, вакцинация үтмәүгә медицина күрһәтмәһе йәки ПЦР ысулы менән COVID-19 вирусына үткәрелгән лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә кәрәк. Был талап ҡала-ара пассажирҙар ташыу автотранспортына, “Орлан” ҡала яны поезы эшенә ҡағыла.
Юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға тейешле документтарҙы ҡабул итеү, һынауҙарҙы уҙғарыу һәм апелляцияларҙы ҡарауҙы офлайн үткәрергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: