Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 00:38

Ҡунаҡтарҙы ҡабул итәбеҙ

Тиҙҙән Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҙур мәҙәни сара үткәреләсәк.

Тиҙҙән Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҙур мәҙәни сара үткәреләсәк.
VI Бөтә донъя Фольклориадаһына 43 илдән вәкил килеүе көтөлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса "Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Казак Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Етәксе һүҙҙәренә ҡарағанда, әле штаб сараларға әҙерләнә, хәүефһеҙлек, шул иҫәптән эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн барлыҡ саралар күрелә.
“Күләмле сараға икенсе йыл инде әҙерләнәбеҙ. Былтыр башлағайныҡ. Ведомство-ара комиссия, штаб бар”, - тине Анна Казак.
Уның әйтеүенсә, Фольклориада үткәрелгән һәм ҡунаҡтар йәшәгән урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре, "Роспотребнадзор" белгестәре даими дежур итәсәк. Улар ҡатнашыусылар сәләмәтлеген тикшерәсәк һәм хәлде контролдә тотасаҡ. “Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға, дөйөм алғанда, был хәлгә тотошлай бик етди ҡарайбыҙ”, - тип белдерҙе етәксе.
Фото: bashnews.ru
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: