-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 15:28

"Фольклориада була, инфекция индереү хәүефе юҡ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Өфөлә һәм республика райондарында Халыҡ-ара фольклор фестивален ойоштороу планлаштырыла.
«Ошо Фольклориаданы ике йыл көттөк. Ул Бөтә донъя ойошмаһы, илебеҙ Президенты бойороғо менән үткәрелә. Беҙ шул тиклем әҙерләндек, беҙҙә 22 муниципалитет бар, артистар әҙерләнде. Әлеге ваҡытта Фольклориада була тигән ҡарар ҡабул итәбеҙ. Асылда, бығаса булмағанса вакцинация, анализ биреү осраҡтарында коронавирус инфекцияһын индереү хәүефе юҡ — был мөмкин түгел. Кешеләрҙең күпләп йыйылыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, был хаҡта уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Фольклориада - ҙур сағыу ваҡиға, санитар-эпидемиологик хәл уны уҙғарырға мөмкинлек бирә, аҡыллы эш итергә генә кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында Фольклориаданы асыу тантанаһына ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ғына индерелә, Өфөнөң «Тулҡын» паркында, «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркында, Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында тура трансляция була. 4-9 июлдә Фестивалдең башҡа концерттары һәм 10 июлдә Фольклориаданы ябыу тантанаһы Өфө амфитеатрында һәм Башҡортостан муниципалитеттарында асыҡ һауала ойошторола.
Автор:Эльвира Хамзина