Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 10:23

Сит ил вәкилдәре - Сермәндә

Сермәндә Белорет дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре араһында баш табип Кубогына спартакиада үтте.

Сермәндә Белорет дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре араһында баш табип Кубогына спартакиада үтте.
«Донъя илдәре» тип аталған туристик слетта Белорет үҙәк клиник дауаханаһының төрлө подразделениеларынан 10 команда ҡатнашты. Медицина хеҙмәткәрҙәрен спорт, туризм менән шөғөлләнеүҙе әүҙемләштереү, көслө командаларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы асыҡлау, сәләмәт йәшәү тормошон пропагандалау маҡсаты менән үткәрелгән слетты быйыл район хакимиәте лә күтәреп алды һәм ярҙам итте.
Ике көн дауамында медицина хеҙмәткәрҙәре спорт һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашты. Уларға туристик һыҙатта оҫталыҡтарын күрһәтергә, бөтә команда менән саңғыла йөрөргә, биатлон, дартс, гир спортында үҙҙәрен һынарға тура килде.
Программаның 11 төрө буйынса һөҙөмтәләр ошондай:
1 урын – Рәсәй (тиһ медицина ярҙамы бүлексәһе). Дартс, ҡаршылыҡтар һыҙаты, “Илдең иң яҡшы аш-һыуы” номинацияларында беренсе урындар.
2 урын “ Румыния (Абҙаҡ, Сермән, Сосновка амбулаториялары йыйылма командаһы).
3 урын - Һиндостан (Инйәр участка дауаханаһы).
Греция, Мексика, Куба, Ямайка, Шотландия, Италия һәм Багамы командары төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Фотолар: Белорет дауаханаһы сайтынан.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: