Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 16:03

Триатлонда белореттар һынатманы

Учалыла триатлон буйынса “Урал батыр” ярыштары үтте. Олимпик дистанцияға 1500 метрға йөҙөү, 40 саҡрымды велосипедта үтеү, 10 саҡрымға йүгереү инде.

Учалыла триатлон буйынса “Урал батыр” ярыштары үтте. Олимпик дистанцияға 1500 метрға йөҙөү, 40 саҡрымды велосипедта үтеү, 10 саҡрымға йүгереү инде.
Белорет һәм “Факел” спорт клубы спортсылары сараның бер нисә дисциплинаһында ҡатнашты.
Шәхси беренселектә Вера Сухова һәм Денис Зәбиров алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә, улар I һәм II урынды алды. Марат Кәримов, Андрей Мельников, Олег Марусин эстафетала II урын яулаһа, ҡатнаш эстафетала А.Мельникова, Б.Валиев һәм А.Дәүләтгәрәева беренсе булды.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: