Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 10:55

Владимир Путин льготалы ғаилә ипотекаһын киңәйтергә ҡушты

Рәсәй Президенты балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә льготалы ипотека программаһын 1 июлгә тиклем киңәйтергә ҡушты.

Рәсәй Президенты балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә льготалы ипотека программаһын 1 июлгә тиклем киңәйтергә ҡушты.
Был хаҡта Кремль документтарына һылтанма менән ТАСС хәбәр итте.
Документ тексынан күренеүенсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр 2023 йылдың 31 декабренә хәтлем беренсел баҙарҙа ипотека алырға йәки әлегеһен бөтә срокка 6% менән рефинансларға мөмкин. Шулай уҡ Путин икенсе льготалы ипотека программаһының (беренсел баҙарҙа торлаҡ һатыу алыу өсөн) ғәмәлдә булыу ваҡытын 2022 йылдың 1 июленә ҡәҙәр оҙайтырға ҡушты. Уның буйынса ставка — 7 проценттан (бынан алда 6,5% ине), ә кредиттың максималь күләме өс миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 4 июндә дәүләт башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ошондай йөкләмәләр менән сығыш яһаны.
Дәүләт тағы ла нисек фатир һатып алырға ярҙам итергә мөмкин һәм Башҡортостандағы барлыҡ льготалы ипотека программалары тураһында https://www.bashinform.ru/news/1465751-kak-gosudarstvo-mozhet-mne-pomoch-kupit-kvartiru-vse-vidy-lgotnoy-ipoteki-v-bashkirii/ һылтанмаһы буйынса уҡығыҙ.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: