Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 16:46

Күп эскән төбәктәре исемлеген төҙөгән

Былтыр республикала һәр кешегә 12 литр алкоголь продукцияһы тура килгән. Әлеге осраҡта һүҙ магазиндарҙа һәм эсә торған урындарҙа һатыу тураһында бара. Рөхсәтһеҙ һатылған хәмер йомғаҡлау статистикаһына инмәгән.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылда Өфө районы республиканың ныҡ эскән районы тип танылған, һәр кешегә 15,9 литр спиртлы эсемлек тура килгән.
Алкоголь һатыу күләме буйынса икенсе урында - Нефтекама ҡалаһы (унда һәр кемгә 14,8 литр тура килгән). Өсөнсөлә - Ағиҙел (бер кешегә - 14,5 литр). Өфө был рейтингта дүртенсе урынды алған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала ҡулланыу кимәле бер кешегә 14,2 литр тәшкил иткән.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: