Башҡортостанда 2021 йылдың аҙағына тиклем ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡтар артмай.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарары менән, ысынлап та, 1 июлдән ике төбәк операторы - “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ”, “Дүртөйлөмелиоводстрой” ойошмаһы хеҙмәттәренә хаҡты күтәрергә тейеш була. 9 июндә иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта йыл аҙағына тиклем хаҡтарҙы элекке кимәлдә ҡалдырыу тураһында килешеүгә өлгәшәләр.
Бөгөнгө көндә “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” муниципаль предприятиеһы хеҙмәтләндергән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр бер кешенән – 75 һум, шәхси йорттарҙа йшәүселәр 76,17 һум түләй. “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быға тиклем сүп сығарылған биләмәләрҙә кеше башынан – 75 һум, ә 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу системаһы булмаған ерҙә 55 һум ала.
Республикала эшләгән башҡа операторҙарҙың тарифы түбәндәгесә:
РО “Эко-Сити” бер кешенән 94,63 һәм 96,1 һум түләтә, ә “Экология Т” – 95,36 һәм 96,85 һум.