«Республикала һаҡланған тәбиғәт биләмәләре күп, уларҙа һәр ваҡыт халыҡ йәшәне. Махсус һаҡ режимы индерелгәс, уларҙың мәнфәғәттәре сикләнде. Көнкүреш, баҡса эштәре менән шөғөлләнеү, мал ҡарау мөмкинлеге кәмей. Ошо тораҡ пункттарҙың үҫеше туҡтаны: ерҙе милеккә алырға ярамағас, унда мәктәп йәки дауахана төҙөп булмай. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең белем, медицина ярҙамы алыуға хоҡуғы боҙола», — тип әлеге закондың етешһеҙлектәрҙе әйтеп үтте Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.