– Минең ярҙам менән хаҡтар арзаныраҡ булыр, тип ышанам. Беренсенән, был ҡулланыусылар баҙарындағы инфляцияға бәйле: тәүҙә ул 4 процент ине, хәҙер 6 процентҡа тиклем артып китте. Беҙгә быны әлбиттә туҡтатырға кәрәк. Шуға күрә, Үҙәк банк саҡ ҡына төп ставканы күтәрҙе, был иҡтисадта аҡса тәҡдиме күп булмаһын өсөн эшләнә. Инфляция маҡсатлы күрһәткестәре 4 процентҡа тиклем етер, тип уйлайым. Быйыл быға өлгәшеп булмаҫ. Әммә 5 процентты тәьмин итә алырбыҙ тип ышанам, – тине Президент.
– Икенсенән, донъя баҙарында күп тауарҙарға конъюнктура үҙгәрҙе. Айырым алғанда, металға. Донъя баҙарында хаҡтар артты һәм беҙҙең етештереүселәр металды сит илдәргә алып китте. Беҙҙә дефицит барлыҡҡа килеүе менән хаҡтар ҙа күтәрелде. Әлеге ваҡытта төҙөлөш менән бәйле төп тауарҙарға хаҡтарҙы тотоу буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә. Беҙ был проблема тураһында беләбеҙ һәм хәл тотороҡло булһын өсөн етди аҙымдар ҡабул итәбеҙ.
Хаҡтарға бәйле тағы бер һорау йәшелсәләргә ҡағылды. “Ни өсөн Рәсәйҙә кишерҙең килоһы эквадор банандарынан ҡиммәтерәк тора?”, тип һораны Липецкта йәшәгән ҡатын.
Владимир Путин белдереүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы ла дөйөм донъя тенденцияһы. Әле хаҡтар кишерҙән тыш картуф, кәбеҫтә, һуғанға ла артҡан.
– Беҙҙә быйыл үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек етмәне. Былтыр, беҙ, мәҫәлән, 19 миллион тонна картуф алһаҡ, быйыл 22 миллион тонна алмаҡсыбыҙ. Һәм был йәшелсәне күрше төбәктәрҙән түгел, ә сит илдәрҙән, Белоруссия, Төркиәнән килтерәләр. Бында логистика мәсьәләһенә иғтибар итергә кәрәк, унан килтергән өсөн күпме аҡса тотонола икән, – тине Президент.