Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 15:30

Ил башлығы пандемия, вакцинация тураһында

Бөгөн Владимир Путин халыҡ менән аралаша һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирә. Коронавирусҡа бәйле һорауҙар бик күп. Беҙ уларҙың бер нисәүһен бергә тупланыҡ.

Бөгөн Владимир Путин халыҡ менән аралаша һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирә. Коронавирусҡа бәйле һорауҙар бик күп. Беҙ уларҙың бер нисәүһен бергә тупланыҡ.
Беренсенән, Президент коронавирустан мотлаҡ вакцинацияға ҡаршы булыуы тураһында әйтте. Ул 1998 йылдағы халыҡты иммунлы һаҡлау тураһындағы законға иғтибар итергә саҡырҙы. Унда ике бүлек бар. Беренсеһе, дөйөм милли прививкалар календары, ундағылар мотлаҡ. Илдә ковидҡа ҡаршы прививкаларҙы унда индереү тәҡдиме булған, әммә депутаттар быны хупламаған. Шуға күрә был прививка бында эләкмәгән.
Закондың икенсе өлөшөндә, былай тиелә: илдең айырым төбәктәрендә сир күтәрелә икән, табиптарҙың тәҡдиме буйынса, төбәк етәксеһе айырым категория граждандар өсөн мотлаҡ вакцинацияны индерә аласаҡ. Ҡайһы бер төбәк башлыҡтары ошо законға таянып, мотлаҡ вакцинация индерҙе лә.
Дөйөм Рәсәй локдаунына килгәндә, властар уға юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләй. Әлеге мотлаҡ вакцинация ла ошо нигеҙҙә эшләнә.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Владимир Путин үҙенә Спутник V вакцинаһын яһатҡан. Һәм ул ошо сәбәпле фекерҙәрен белдерҙе.
– Прививка хәүефле түгел, бер ниндәй ҙә етди насар тәьҫире юҡ. Вакцинацияның мәғәнәһе бар. Сирҙең бик ауыр үтеүе бар, шул турала уйлайыҡ. Һәр ваҡыт бер ниндәй ҙә вакцина кәрәкмәй тигән кешеләр булды һәм бар. Улар беҙҙә генә түгел, сит илдә лә күп. Был мәсьәләлә вакцинация тураһында һеҙҙе аңлаған кешеләргә түгел, ә белгестәр фекеренә таянырға кәрәк, – тине Владимир Путин. – Нимә генә ишетергә тура килмәй: имеш бер ниндәй ҙә эпидемия юҡ. Аҡыллы өлкән кешеләр, ҡайҙан алаларҙыр был хәбәрҙәрҙе. Башыбыҙ менән уйлайыҡ.
Владимир Владимирович белдереүенсә, прививка яһатҡан кешеләрҙең 10 проценты коронавирус менән сирләй башлаған. Тик уларҙа ауырыу күпкә еңелерәк үтә. Шуға күрә был турала ныҡлап уйланырға һәм үҙеңде яҡлау өсөн ҡарар ҡабул итергә кәрәк.
Фото: ftimes.ru
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: