Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 16:55

Ил етәксеһенә бирелгән һорауға мәғариф министры ла яуап бирҙе

Билдәле булыуынса, бөгөн РФ Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш үткәргәндә бер уҡыусы быйыл уҡыу йылы нисек башланасаҡ һәм ул ниндәй формала үтәсәк тип һораны. Был һорау буйынса БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да аныҡлыҡ индерҙе.

“Башҡортостанда уҡытыу процесын ойоштороуҙы һәм үткәреүҙе ғәҙәттәгесә итергә тип көйләнгәнбеҙ. Үткән уҡыу йылы пандемия мәлендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡтарға ҡарамайынса белем биреүҙе санитар-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләргә ярашлы итә алғанды күрһәтте.
Уҡыусылар мәктәп парталары алтырыр, тип ышанабыҙ. Әле йәйен колледж-техникумдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Вирус таратмаҫ өсөн документтарҙы онлайн, электрон сервистар аша ҡабул итәбеҙ. Бының барыһы ла көйләнгән һәм республикала уңышлы тормошҡа ашырыла”, - тине Айбулат Вәкил улы.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: