-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 16:20

Владимир Путинға Өфөнән һорау бирҙеләр

Владимир Путиндың халыҡ менән тура бәйләнешенә ике миллиондан ашыу һорау килгән. Улар араһында Өфө кешеһенең һорауы ла яңғыраны, ул ауыл хужалығы тармағына ҡағылды. Тармаҡ хеҙмәткәре республикалағы ҡоролоҡ тураһында әйтте.

Владимир Путиндың халыҡ менән тура бәйләнешенә ике миллиондан ашыу һорау килгән. Улар араһында Өфө кешеһенең һорауы ла яңғыраны, ул ауыл хужалығы тармағына ҡағылды. Тармаҡ хеҙмәткәре республикалағы ҡоролоҡ тураһында әйтте.
“Иген, мал һәләк була. Элегерәк ерҙе һуғарыу, мелиорация була торғайны. Был бик ҙур проблема. Ҡасан мелиорация булыр?” – тиелде һорауҙа.
Рәсәй Президенты тәү сиратта илебеҙҙең ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең уңыштары менән ғорурланыуы тураһында белдерҙе.
Хатта экспорт буйынса ла күрһәткестәр һоҡланғыс, башҡаса әйтеп тә булмай. Хеҙмәт етештереүсәнлеге, тауар етештереү үҫә. Йәшелсә һәм емеш-еләк буйынса эшләп еткереү талап ителә, әлбиттә, өҫтәмә ярҙам да кәрәк, – тине Владимир Путин. – Дөйөм алғанда, беҙҙә ауыл хужалығына ярҙам итеү бик етди һандарҙа сағыла – йылына 350 миллиард һум. Башҡа йүнәлештәр ҙә бар. 35 миллиард һум – ауылды социаль үҫтереү, 70 миллиард – ерҙәрҙе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр категорияһына ҡайтарыу. Шунда уҡ мелиорацияға ҡағылған бүлек тә бар. Уның буйынса йылына ете миллиард һумдан ашыу аҡса бүләбеҙ, артабан да бүләсәкбеҙ”.
Владимир Владимирович белдереүенсә, суммалар артабан үҫәсәк кенә.
Автор:Эльвира Хамзина