Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 11:33

CIOFF®️ президенты Филипп Боссан килде

Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға бер тәүлек ҡалды.

Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға бер тәүлек ҡалды.
Республикаға рәсми сәфәр менән Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары CIOFF®️ советы президенты Филипп Боссан килде.
- Башҡортостан Республикаһы, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороуҙа тәжрибәнең ҙур булыуын беләбеҙ һәм шуға Өфөнө һайланыҡ. Фестивалдең 40-ҡа яҡын илде туплауына һәм ҙур проектты бергәләп башҡарыуыбыҙға шатбыҙ, - тине CIOFF®️ президенты.
Өфө аэропорты Өфө ҡунаҡтарын ҡабул итеүен дауам итә. Кисә 16 илдән ижади коллективтар килде.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: