Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 15:06

Хеҙмәте юғары баһаланды

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.
Республикала тәүгә тапшырылған был миҙалға Белорет металлургия комбинаты машинисы Александр Горбачев та лайыҡ булды.
Александр Горбачев өс тиҫтә йылға яҡын туған комбинатында хеҙмәт юлы үтә, үҙ эшенең оҫтаһы ла ул. Комбинат эшсеһенә иң яуаплы эштәрҙе лә ышанып тапшыралар. Һөнәри оҫталығын йәш белгестәргә лә тапшыра.
Уның хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: