Быйыл 1 млн. 46 мең һум федераль аҡсаға, 100-шәр мең һумы халыҡтан һәм бағыусыларҙан, Инйәрҙең «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексы капиталь ремонтлана, 284 мең һумға (федераль аҡса) - Олойылға, 526 мең һумға - Ғәбдөк, 482 мең һумға Баҡый ауылдарында зыяраттар кәртәләнә. Вернебельский хакимиәте федераль ҡаҙна биргән 1,35 млн. һумын тәгәрмәслә трактор алыуға тотонасаҡ. Ә Белорет биләмәһенә бүленгән 1,3 млн. һум Ҡояшлы биҫтәһендә балалар майҙансығы булдырыуға һәм йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк.