"2018 йылдан алып Каказ тауҙарында урынлашҡан Мостай Кәрим һәм Ҡайсын Кулиев исемендәге түбәләргә менеү - Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге тарафынан ойошторолған иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе. Быйыл тау башына күтәрелеү үҙенә күрә бер экспедицияға әйләнде, һуҡмаҡтар билдәләнде һәм улар тиҙҙән киң йәмәғәтселеккә еткереләсәк. Бейеккә күтәрелеү өсөн айырым тауға үрмәләү йәиһә альпинистарға хас күнекмәләр кәрәкмәй, ә тәү сиратта физик сыҙамлыҡ талап ителә: бер көн эсендә 17 мең метр араны үтәргә кәрәк. Минең был икенсе тапҡыр күтәрелеүем. Төп маҡсатыбыҙ - һуҡмаҡтарҙы билдәләү һәм Мостай Кәрим түбәһенә Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының флагын мендереү", - тине Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.