Рәсәйҙең халыҡ артисы “Русская песня” ансамбле менән бергә 3 июлдә “Өфө-Арена”ла фольклор фестивален асыу тантанаһында сығыш яһай. “Ер. Йән. Фольклор” программаһы киске 5-тә башлана. Ул көндәге ҡунаҡтар араһында Кубань казак хоры, “Гжель” академия бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Тина Кузнецова һәм республикабыҙҙың ижади төркөмдәре бар.