Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2021, 14:56

Тиҙҙән Бөтә донъя фольклориадаһы старт ала.

Бер нисә сәғәттән Башҡортостанда иң сағыу ҙур сараларҙың береһе - Бөтә донъя фольклориадаһы старт ала. Тантана "Өфө-Арена" боҙ һарайында 17.00 сәғәттә башлана.

Бер нисә сәғәттән Башҡортостанда иң сағыу ҙур сараларҙың береһе - Бөтә донъя фольклориадаһы старт ала. Тантана "Өфө-Арена" боҙ һарайында 17.00 сәғәттә башлана.
Тура трансляцияны Башҡортосттан юлдаш, "Башҡортостан-24" телеканалдары аша, социаль селтәрҙәрҙә һәм Фольклориада сайтында https://folkloriada2021.com/ ҡарарға мөмкин.
Шулай уҡ "Тулҡын", "Беренсе май" һәм "Дим" парктарында 3 фан-зона ойоштороласаҡ, унда ҡала халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары тура трансляцияны ҡарай аласаҡ. Был майҙансыҡтарҙа төрлө ижади коллективтарҙың сығыштары була, ҡул эштәре йәрминкәләре эшләйәсәк.
Фольклориада тураһындағы бар көнүҙәк мәғлүмәттәр https://folkloriada.online мобиль гидында бар. Саралар исемлеге, концерттар үтәсәк майҙандар, ҡунаҡтарға ҡарарға тәҡдим ителгән иҫтәлекле урындар тураһында, фестивалгә бәйле бөтә яңылыҡтарҙы шунда инеп белергә мөмкин.
Йылдың иң сағыу сараһынан ситтә ҡалмағыҙ!
Фото: Валерий Шахов.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: