Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 20:43

Төрлө мәҙәниәт вәкилдәре халыҡ шөғөлдәре, кәсепселек үрнәктәрен тәҡдим итә

Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Салауат Юлаев майҙанында фестивалдә ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтары, Рәсәй, республика мәҙәниәте вәкилдәре халыҡ шөғөлдәре, кәсепселек үрнәктәрен тәҡдим итә.

Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Салауат Юлаев майҙанында фестивалдә ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтары, Рәсәй, республика мәҙәниәте вәкилдәре халыҡ шөғөлдәре, кәсепселек үрнәктәрен тәҡдим итә.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына SIOFF Президенты Филипп Боссан, ойошманың мәҙәниәт буйынса вице-президенты Алехандро Камаччо, Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина һ.б. килде.
Тәбрикләү һүҙендә Филипп Боссан:
– Кисә беҙ Башҡортостан бар донъяға бүләк иткән иҫ киткес матур тантананың шаһиты булдыҡ. Бөгөн уникаль парад көтөлә. Беҙ, донъя халҡы, гел бергә, татыулыҡта йәшәү яҡлы,– тине. – Беҙгә низағ, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар кәрәкмәй. Барыбыҙ ҙа тыныслыҡҡа ынтыла. Әлеге пандемия ваҡытында беҙгә бигерәк тә бер һүҙле, фекерҙәш булыу кәрәк.
Татьяна Пуртова ла байрамға йыйылғандарҙы ихлас ҡотлап, Башҡортостандың ҙур фестивалде ойоштороуға, үткәреүгә һалған көсөн юғары баһаланы, күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға, килеүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Әминә Шафиҡова ла күргәҙмәгә килгән халыҡҡа рәхмәт әйтеп, байрамдан матур кәйеф, оҙаҡҡа етерлек матур тәьҫораттар алыуын теләне.
Надежда Бабкина иһә: "Бында бөгөн ҡыйыуҙар килгән, – тине. – Башҡалар, кәрәкме-кәрәкмәйме, тигән һорауға яуап эҙләй әле. Һаулыҡты ҡайғыртыу, һис шикһеҙ, иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта кеше рухи аҙыҡҡа ла мохтаж. Вакцина ғына түгел, рухи ныҡлыҡ та беҙгә ошо афәтте тиҙерәк еңергә ярҙам итер. Фольклориада ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә лә инде". Йырсы барыһына ла рухи сәләмәтлек, ныҡлыҡ, матур тәьҫораттар теләне.
Алехандро Камаччо ла халыҡҡа яҡшы кәйеф теләп, сығышын: "Вива, (йәшәһен!) Башҡортостан!" - тип тамамланы.
Әлеге мәлдә күргәҙмә дауам итә. Өфө халҡы, ҡунаҡтар сит ил оҫталарының ижады менән таныша, һораша, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып ала. Салауат майҙанында күтәренке кәйеф, дуҫтарса йылы мөхит тантана итә.
Линар Кәлимуллин фотолары.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: