Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 16:40

"Тарихҡа күҙ һалыу мөһим"

VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнө Мәҙәниәт буйынса CIOFF халыҡ-ара конференцияһы менән башланып китте.

VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнө Мәҙәниәт буйынса CIOFF халыҡ-ара конференцияһы менән башланып китте.
Көн тәртибендә – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫынының донъяуи мәҙәни мираҫтың бер өлөшөн тәшкил итеүе. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF Президенты Филипп Боссан, СИОФФ-тың ЮНЕСКОлағы рәсми вәкиле Магдалена Товорник сәләмләне.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова видео аша сәләм һәм ҡотлау һүҙҙәрен юлланы. Ул Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү арҡылы мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индерелеүен баһаланы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры, СИОФФ-тың милли секцияһы президенты Тамара Пуртова бындай конференцияларҙың, мәҙәниәтте донъяға танытыуҙан тыш, мәҙәни мираҫтың асылын төшөнөү, уға оҙайлы киләсәк хәстәрләү маҡсаты менән дә ойошторолоуын билдәләп үтте. "Рәсәйҙә оҙаҡ йылдар фольклор менән шөғөлләнгән учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары етерлек. Бөгөн залда ултырған һәр кем дә ошо өлкәлә эшләй", - тине ул.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында төрлө халыҡтар мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләне. "Әленән-әле уҙғарылып торған ғилми эҙләнеүҙәр, китаптарҙа баҫылған уларҙың һөҙөмтәләре тарихи фактҡа әүерелә. Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендәге һәр ойошма традицияларыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән эш алып бара. Ҡайҙа барырға белмәһәң, үткәнеңә әйләнеп ҡара, тигәндәр. Юл сатында торғанда, ысынлап та, тарихҡа күҙ һалыу мөһим. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт йәшәй. Беҙ бар байрамдарҙы ла бергә уҙғарабыҙ. Быға төрлө диндән булыуыбыҙ ҙа ҡамасау түгел. Беҙ бер-беребеҙҙән айырылһаҡ та, дөйөм тарихты тәшкил итәбеҙ", - тине ул.
Конференцияла Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте хаҡында һүҙ барҙы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Мери Русакова Рәсәйҙә матди булмаған мәҙәни мираҫ өлкәһендәге эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Тарих фәндәре докторы, профессор Александр Черных Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫты билдәләү, уны өйрәнеү, һаҡлау серҙәрен асты. Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков донъяның төрлө илдәренән йыйылған ҡатнашыусыларҙы мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр" менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә башҡорттарҙың килеп сығышы, шәжәрә, ырыуҙар, тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙ хаҡында ла һөйләне.
В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң матди булмаған мәҙәни мираҫ секторы мөдире Варвара Добровольская үҙ сығышын Дағстандағы Игби - ҡышты оҙатыу байрамына, Липецк өлкәһендәге балсыҡтан уйынсыҡтар эшләү сәнғәтенә арнаны.
Чечен Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры Рамзан Даудов чечендарҙа Синкъерам – йәштәрҙе таныштырыу йәмғиәт институтының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Алтай Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры, Алтай Республикаһы Башлығы оркестры дирижеры Анастасия Уркунова Алтайҙарҙың өзләүе һәм халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырып ҡына ҡалманы, һүҙҙәренә тере дәлил дә килтерҙе – Алтай Республикаһы Башлығы оркестры солисы, Алтайҙың атҡаҙанған артисы Добрыня Сатин йыйылғандарҙы сағыу сығышы менән ҡыуандырҙы. Уның өзләүен тыңлауы, ысынлап та, үҙе бер тамаша – Алтай моңо тәбиғәттең бар тауыштарын үҙенә йыйғандай. Әйткәндәй, Добрыня 2016 йыл уҙған “Урал моңо”нда Гран-при яулаған артист та икән.
Бүрәт Республикаһынан килгән Галина Чебунина - “Судьбинушка” халыҡ этнографик ансабленең художество етәксеһе - Байкал аръяғы мәҙәниәте менән таныштырҙы. Бүрәттәр ҙә буш ҡул менән килмәгән: “Судьбинушка” акапелло йырлап, тауыштар төрлөлөгө, моң тәрәнлеге менән әсир итте.
Конференция хаҡындағы тулы мәҡәләне ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең яңы һанында уҡырһығыҙ.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: