Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 11:10

Башҡортостан сәнәғәте юғары баһаланған

Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе бара. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты.

Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе бара. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты.
Күргәҙмәнең тәүге көнө йомғаҡтары буйынса Радий Фәрит улы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
Унда: “Бөгөн Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмә майҙансығында беҙ төбәгебеҙҙәге сәнәғәт тармағының юғары потенциалын тағы раҫлай алдыҡ. Республикабыҙ 2020 йылды Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу эффектлығы рейтингында беренсе урын яуланы”, - тиелә.
Рейтинг илдең Сәнәғәт министрлығы методикаһы буйынса тәүге тапҡыр төҙөлгән һәм төбәктәге иҡтисади үҫеште, сәнәғәтте үҫтереү институттары эшмәкәрлеген, тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамын, бизнестың эш әүҙемлеген, шулай уҡ Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән үҙ-ара эш итеүҙе сағылдырған тағы ла 40 күрһәткесте иҫәпкә ала.
Быйыл биш айҙа сәнәғәт етештереү индексы Башҡортостанда 101,5 процент тәшкил иткән. Эшкәртеү тармағында үҫеш – 6,5 процент.
Иң уңышлы миҫалдарҙың береһе – Күмертау авиация предприятиеһы. Үҙенсәлекле производство бер нисә йыл ауыр финанс-иҡтисади хәлдә була, заказдарға ҡытлыҡ кисерә. “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә заводта модернизация башлана. Предприятие сығарған заманса вертолет техникаһы бөгөн Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә һорау менән файҙалана.
Екатеринбургта Радий Хәбиров “Уралвагонзавод” холдингыһының генераль директоры Александр Потапов менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Атап әйткәндә, әңгәмә барышында Белореттағы Урал пружиналар заводында яңы заказдар урынлаштырыу, Өфөлә һәм Салауатта трамвай паркын яңыртыу мәсьәләләре күтәрелгән.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: