Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илья Кожин Каунас ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында үткән гир спорты буйынса Донъя беренселегендә донъя чемпионы булды.
Илья 53 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, оҙон цикл күнекмәһендә 10 минут эсендә гирҙы (ауырлығы - 16 кг) 115 тапҡыр күтәрҙе.
Гир спортында донъя кимәлендә бындай ҡаҙаныш Белорет районында ғына түгел, Башҡортостанда ла тәүге тапҡыр.
Илья Кожинды, тренеры Виктор Гладкихты донъя күләмендәге еңеүе менән ҡотлайбыҙ!