Мәскәүҙән килгән “Гжель” коллективы вәкилдәренең береһенең температураһы күтәрелгән. ПЦР-тест ыңғай һөҙөмтә биргән. Ижади коллектив Өфөлә үткән Фольклориада сараларында ҡатнашырға тейеш булған. Артистар төркөмө изоляцияланған, уларҙың хәлен табиптар күҙәтә. ”Гжель” вәкилдәре башҡа коллективтар һәм хеҙмәтләндереүсе персонал менән аралашмаған. Сирҙең таралыу хәүефе юҡ, тип белдерҙеләр кәңәшмә барышында.