Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 20:25

Фольклориадаға килгән ҡунаҡтарҙы нимә хайран ҡалдыра

Башҡортостанда Фольклориадала ҡатнашҡан сит ил коллективтарының кураторҙары һәм тәржемәселәр Заһир Ишкинин, Радмил Абдрахманов, Әлфирә Ҡәйепҡолова һәм башҡалар «Башинформ»ға уларҙың нимәгә хайран ҡалыуҙары тураһында һөйләне.

Башҡортостанда Фольклориадала ҡатнашҡан сит ил коллективтарының кураторҙары һәм тәржемәселәр Заһир Ишкинин, Радмил Абдрахманов, Әлфирә Ҡәйепҡолова һәм башҡалар «Башинформ»ға уларҙың нимәгә хайран ҡалыуҙары тураһында һөйләне.
1.Тәбиғәт
«Һеҙҙә асыҡ урындар, урман-тауҙар күп», — тине Грециянан килгән ансамбль ҡатнашыусылары. Албания ҡунаҡтары ла Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеген әйтеп үтте.
2. Йәшеллек һәм таҙалыҡ
«Һеҙҙә бөтә ерҙә лә таҙа, ҡараулы һәм матур булыуы таң ҡалдырҙы. Йәшеллек – газондар, ағастар, ҡыуаҡтар күп», — ти Болгария артистары.
3. Ҡурай
Күп кенә сит ил музыканттары ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләй. Колумбия музыканты әйтеүенсә, ул кураторҙарҙан һорап, ҡурай алған да инде. Ләкин күпселек был уйын ҡоралында уйнау түгел, тауыш сығарыу ҙа ҡатмарлы булыуын билдәләй.
4. Аш-һыу
Америка ҡатын-ҡыҙы – аштағы тоҙло ҡыярға, Австрия вәкилдәре иһә рәсәйҙәрҙең күп ризыҡҡа укроп һалыуына аптыраған. Испандар тәүге тапҡыр ҡарабойҙай ашап ҡараған һәм уның тәме сәйер икәнен билдәләгән. Швейцария ҡунағы ҡымыҙҙың бик үҙенсәлекле һый булыуын әйткән. Ә ҡайһы бер сит ил ҡунаҡтарының һөтлө сәйгә иҫе киткән.
5. Фамилия – Исем – Атайҙың исеме
Сит ил ҡунаҡтары кешеләрҙең ҡунаҡсыл, изге күңелле һәм алсаҡ булыуына ҡыуана. Ләкин уларға кешеләргә исеме һәм атаһының исеме менән өндәшеү сәйер тойолған. «Рәсәйҙәрҙең фамилияһы һәм атаһының исеме булыуы хайран ҡалдырҙы, беҙҙә иһә ике исем һәм ике фамилия – береһе атайҙыҡы, икенсеһе әсәйҙеке», — тип уртаҡлашты Колумбия ҡунаҡтары.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: