-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 13:17

Ауыл хужалығы министрлығы ҡоролоҡтан зыян күләмен атаны

Ауыл хужалығы предприятиеларының юғалтыуҙары 3,4 миллиард һумға баһаланған, тине Башҡортостан ведомствоһы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының оперштабы ултырышы барышында.

Тупраҡтың һәм һауаның ҡоро булыуы, эҫе ел ауыл хужалығы культураларының үҫеүендә кире сағылыш тапҡан. Һөҙөмтәлә 335 хужалыҡтың сәсеүлектәре зыян күргән, республикала ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү планлаштырыла. 311 мең гектар сәсеүлек хәүефле агрометеорологик күренештәр йоғонтоһона дусар булған, шуларҙың 150 мең гектары юҡҡа сыҡҡан.
Шуға ҡарамаҫтан, республикала урып-йыйыу кампанияһы башланды – ошо көндәрҙә ҡайһы бер хужалыҡтар ужым бойҙайы, шипкән йыйыуға төштө. Хужалыҡтарҙа 3670 комбайн бар, уларҙың әҙерлеге – 95%. 1,6 гектарҙа бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алыу бурысы тора.
Автор:Эльвира Хамзина