+16 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль , 13:35

«Фольклориада йөрәге»ндә Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө сығыш яһай

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы бара. Алда тағы өс көн, 12 муниципаль берәмектә саралар һәм Фольклориаданы ябыу тантанаһы, ул 10 июлдә киске сәғәт 6-сы 30 минутта Өфө амфитеатрында була.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы бара. Алда тағы өс көн, 12 муниципаль берәмектә саралар һәм Фольклориаданы ябыу тантанаһы, ул 10 июлдә киске сәғәт 6-сы 30 минутта Өфө амфитеатрында була.
8 июлдә киске 6-ла амфитеатрҙа Индонезия, Польша, Мексиканың ижади коллективтары ҡатнашлығындағы концерт башлана.
Кисәнең хедлайнеры – Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө. «Улытау» ҡаҙаҡ теленән тәржемә иткәндә «Бөйөк тау» тигәнде аңлата. Егерме йыл элек ойошторолған төркөмдөң маҡсаты – халыҡ композицияларының матурлығын тыңлаусыларға еткереү, йәштәр араһында думбырала уйнау сәнғәтен пропагандалау, ҡаҙаҡ халыҡ мираҫының бөйөклөгөн донъяға күрһәтеү.
Трансляция 8 июлдә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә https://vk.com/wall-27097047_258504, VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында folkloriada2021.com башлана.
Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-сы 30 минутҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Донъя халыҡтары битлектәре» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» халыҡ-ара фотокүргәҙмәһе эшләй. Инеү ирекле, битлек кейеү мотлаҡ.
Көндөҙгө 2-лә Сибайҙа фестиваль концерты башлана. Тамашасыларҙың Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания кеүек илдәрҙең мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бар.
Сәғәт 3-тә Боливия, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Испания коллективтары Ауырғазы районында сығыш яһай. Ошо уҡ ваҡытта ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы районы ҡабул итә, Словакия, Болгария, Колумбия, Австрия, Рәсәй коллективтары сағыу программа менән таныштыра.
Көндөҙгө 3-тә Нефтекамала ла концерт башлана, унда Азербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Парагвай, Бенин кеүек илдәр үҙ мәҙәниәтен һәм йолаларын күрһәтә.
Сәғәт 4-тә Асҡын районы Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтарын ҡаршылай.
Ижади форумда республика исеменән ҡала-райондарҙың художество коллективтары сығыш яһай.
Автор:Эльвира Хамзина