Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 20:35

Беҙ иң бәхетле кешеләр

Делегация вәкилдәренең урындағы журналистар менән осрашыуы бик йәнле барҙы.

Делегация вәкилдәренең урындағы журналистар менән осрашыуы бик йәнле барҙы.
Уларҙың барыһын да Башҡортостандың иркенлеге, һауаның сафлығы, кешеләрҙең алсаҡлығы хайран иткән. Америка коллективы етәксеһе Джозеф Ахуна иң күңемд лле, асыҡ ҡунаҡ булып сыҡты. - Мин Рәсәйгә икенсе тапҡыр киләм, миңә Башҡортостанда күп милләтлелек, ихласлыҡ, аралашыусанлыҡ, бер-береһе менән дуҫ йәшәүҙәре оҡшай - тине ул. Уның үҙенең дә ғаиләһе бик ҙур икән. Әйткәндәй уның 6 балаһы, 28 ейән-ейәнсәре бар. Ике өлкән балалары Рәсәйҙә белем ала.
Джозев Ахуна рус телендә "Һәр ваҡыт булһын ҡояш" йырын башҡарҙы, башҡалар ҙа дәртләнеп уның йырын күтәреп алдылар. Ахуна ихлас күңелдән ғаиләһе бүләккә тип ебәргән муйынсаҡтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның муйынына таҡты.
Барыһы ла тыуған ерҙәренән бүләктәр килтергән. Һәр береһе улар менән ихлас бүлеште. Беҙҙең етәкселәр ҙә был матур традицияны онотмай. Ҡунаҡтарға ҡурай, ҡаланың символы булған һыу башняһы сувенирын, Нина Зиминаның шиғырҙары баҫылған китап, быймасыҡтар һәм башҡа бик күп төрлө символикаға эйә булған әйберҙәрҙе Белорет тип яҙылған махсус бүләк-пакеттарҙа тапшырҙы.
Пресс-конференция матур тәьҫораттар мә ҡалдырып бер тынала тиҙ генә үтеп китте.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: