Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 21:35

Бына ҡайҙа илһөйәрҙәр үҫә икән

Татьяна Масиевская Ҡырғыҙстан делегацияһы етәксеһе. Рус телен һәм башҡа телдәрҙе яҡшы белә.

Татьяна Масиевская Ҡырғыҙстан делегацияһы етәксеһе. Рус телен һәм башҡа телдәрҙе яҡшы белә.
- Мин Рәсәйҙә икенсе тапҡыр, Башҡортостанға беренсе килеүем. Тәүге тапҡыр форумға килгәнебеҙҙә беҙгә Башҡортостан тураһында фильм күрһәттеләр. Фильм беҙҙе бик ғәжәпләндерҙе. Башҡортостан үҙенең төҙөклөгө, матурлығы, заманса булыуы менән аптыратты. Был ысын төшөрөлгән фильммы, тип аҙаҡтан һорап ҡуйғайныҡ.
Бына беҙ Башҡортостанда! Тыуған ерегеҙ бик матур икән. Ә беҙҙе иң һоҡландырғаны - ябай ғына ауыл мәктәптәрендә лә балаларҙы, уҡыусыларҙы йәлеп итер түңәрәктәрҙең күплеге. Был күп нәмә тураһында һөйләй. Беҙ барған ауыл мәктәбендә 23 түңәрәк эшләүен күреп ғәжәпләндек. Үҙ илен яратҡан илһөйәрҙәр бына ҡайҙа үҫә икән!
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: