+16 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль , 13:07

Башҡортостан яуаплы миссияны башҡарҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Башҡортостандағы фольклорида – халыҡ фольклорын өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә көслө этәргес ул. Фестиваль бөтә республика өсөн халыҡ ижады байрамына әйләнде, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Ошо көндәрҙә мин Учалыла булдым, концерт ҡараным. Башҡортостан тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡсыл төбәк икәнен күрһәтте, шул уҡ ваҡытта беҙҙҙә бай мәҙәниәт һаҡланған, милләт-ара дуҫлыҡ көслө. Ә энергетика! Һәр ҡалала һәм районда урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең телефондарҙа иҫтәлеккә әллә күпме фотолар ҡалды.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, “Ҡулға-ҡул” девизы аҫтында үткән дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә ике рекорд ҡуйылыуы - үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөн “Рус витяздары”ның күрһәтмә сығыштарын барыһы ла кинәнеп ҡараны, иҫ киткес тамаша булды! Фестиваль беҙҙәге мәҙәни генә түгел, ә техник ҡеүәтте лә күрһәтте.
Фольклориада сиктәрендә Учалы һәм Белорет тарафтарына Швейцария, АҠШ, Черногория, Коста-Рика, Албания, Венгрия, Ҡырғыҙстан илдәренән коллективтар барып ҡайтты. Ундағы майҙансыҡтарҙа ҡунаҡтар бейеүҙәр күрһәткән, йыр-моң бүләк иткән. Концерттарҙан тыш, был ҡалаларҙа тамашасылар халыҡтар парадын ҡараған, күргәҙмәләр эшләгән, йәрминкәләр ойошторолған. Әлбиттә, бөтә төр санитария талаптары үтәлгән.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты эшләй, уның кураторы – Эльвира Айытҡолова.
– Был көндәрҙә Башҡортостан бик яуаплы миссияны башҡарҙы, Рәсәйҙе танытты, – тине Эльвира Айытҡолова. – Байрам сағыу ҙа, иҫтә ҡалырлыҡ та итеп уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙың оҫталығына хайран ҡалдыҡ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең республикабыҙҙың мәҙәни потенциалы бай икәненә йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Беҙҙә 120-нән ашыу милләт йәшәй, һәр береһе үҙенең мәҙәниәтенә эйә.
Эльвира Ринат ҡыҙы билдәләүенсә, әле ауыл клубтарын һаҡлау өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Унда бихисап үҙешмәкәр һәм халыҡсан коллективтар бар. "Һәр береһенә костюмдар һәм башҡа йәһәттән ярҙам итәбеҙ, матди-техник базаһын нығытабыҙ. Әлбиттә, ошо проектта ҡатнашҡан ауыл клубтары күҙгә күренеп үҫте, шуға күрә улар ҡунаҡтар алдында ла лайыҡлы сығыш яһаны", - тине ул.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Эльвира Хамзина