Республика халыҡ ижады үҙәге һәм CIOFF Өфөлә балалар Фольклориадаһын ойоштороу мөмкинлеге хаҡында һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ ижады ойошмалары советы был мәсьәләне төрлө яҡтан уйлай.
«Балалар ҡатнашлығындағы халыҡ-ара сараны уҙғарыуға талаптарҙың юғары булыуына һәм ҡатмарлыҡтар килеп тыуыу ихтималлығына бәйле совет был ҡарарҙы ныҡлап уйлай. Аныҡ ҡарар ноябрҙә Будапешт ҡалаһында CIOFF советында ҡабул ителә», — тине ведомство етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Өфөлә алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы гөрләп уҙҙы, унда 37 илдән 1000-дән ашыу милли коллектив вәкиле ҡатнашты.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала балалар Фольклориадаһын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһауын хәбәр иткәйне.