Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын - 739 мең, ә икеһен дә 420 мең кеше яһатҡан.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын 739 мең кеше яһатҡан. Республикаға 850 мең доза вакцина килгән. Әле тағы ла 20 мең көтөлә.
“420 мең кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан. Вакцинация темпы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә туғыҙынсы урынды, килтерелгән вакцинаны файҙаланыу йәһәтенән 48-се урынды биләй”, – тине Игорь Засядкин.
Коронавирус һәм пневмония менән ауырығандар өсөн республика дауаханаларында өс меңдән ашыу урын булдырылған, шуның 85 проценты биләнгән. Әле 2012 кеше амбулатор дауалана, стационарҙағыларҙың 16-һының хәле ҡәнәғәтләнерлек, 432-һенеке - уртаса, 52 кешенеке ауыр.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, Башҡортостанда сирлеләрҙең артыу күрһәткесе – 0,5 процент, Рәсәй буйынса уртаса – 0,4 процент. Уның буйынса республикабыҙ ил төбәктәре араһында 81-се урынды биләй. 40 меңдән ашыу кеше дауахананан һауығып сыҡҡан.