Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күбәйеү ихтималлығын әйтте. Шуға бәйле 1 сентябрь алдынан мәғариф учреждениеларында йәнә медицина инспекторҙарының эше йәнләндерелә.
«Сирҙең был штамы ҡатмарлы. Уның менән балалар ҙа ауырый. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә дүртенсе-бишенсе курс студенттарын йәлеп итергә ҡушам, улар үҙҙәренең эшкә йәлеп ителәсәген аңлаһын өсөн, айырыуса райондарҙа», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, алдағы аҙнала яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб сикләү индереүгә бәйле ҡарар ҡабул итергә йыйына.