Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2021, 10:51

Металлургтар һѳнәри байрамдары уңайынан бүләкләнде!

Белорет металлургия комбинаты ҡаланың иң ҙур предприятиеларының береһе.  Ошо кѳндәрҙә комбинат һѳнәри байрамын - Металлургтар кѳнѳн билдәләй.

Металлургтар һѳнәри байрамдары уңайынан бүләкләнде!
Металлургтар һѳнәри байрамдары уңайынан бүләкләнде!

Белорет металлургия комбинаты ҡаланың иң ҙур предприятиеларының береһе.  Ошо кѳндәрҙә комбинат һѳнәри байрамын - Металлургтар кѳнѳн билдәләй.

Тантаналы сараға мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Комбинат коллективын байрам менән ҡотлап тәүге һүҙ "Белорет металлургия комбинаты" акционер йәмғиәтенең  идара итеүсе директоры Сергей Владимирович Федоровҡа бирелде. Ул предприятиеның ил иҡтисадында тотҡан урыны, комбинаттың ҙур сәнәғәт объекты булып тороуы һәм 2021 йылдың тәүге ярты йыллығында башҡарылған эштәр, алынған килем, комбинат үҫешендәге яңы заманса технологиялар тураһында  һѳйләп үтте.

- Пандемия беҙҙең тормошҡа үҙгәрештәр индереүен дауам итә. Ошо сәбәптәр арҡаһында, һѳнәри байрам да, үткән йылдағы кеүек, киң билдәләнмәһә лә, беҙҙең йылы ҡотлау һүҙҙәре, тѳрлѳ кимәлдәге  наградалар  иң яҡшы эшселәргә һис һүҙһеҙ тапшырыла.  Тап улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән беҙҙең  предприятиеның тарихын  булдыра, киләсәккә үҫеш аҙымдарын яһата", -  тип тамамланы ул сығышын.

Сергей Владимирович "Мечел" акционер  йәмғиәтенең Маҡтау грамоталарын,  Рәхмәт хаттарын бер тѳркѳм тырыш хеҙмәткәрҙәргә тапшырҙы.

Артабан ҡотлау һүҙен  Ѳфѳнән килгән вәкилгә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең урынбаҫары, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡоловаға бирелде.

Эльвира Ринат ҡыҙы металлургтарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң,  1-се  ҡорос сым канат цехы сым үреүсеһе Александр Игоревич Апросичевҡа һәм  3-сѳ канат цехы  машинисы Сергей Викторович Симоновҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы" исемен тапшырҙы.  Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән информациялар технологиялары идаралығы департаменты директоры Татьяна Геннадьевна Бушмелева, электроҡорамалдарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү цехының электромонтеры Николай Викторович Пиндюрин,  11-се цех калильщигы Валерий Сергеевич Долганов бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың  Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына  ла лайыҡ булды тырыш металлургтар.

Байрам тантанаһында ҡатнашҡан муниципаль  район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина Советтың Рәхмәт хаттарын, район хакимиәте башлығы Андрей Иванович Иванюта  хакимиәттең Маҡтау ҡағыҙҙарын алдынғы хеҙмәткәрҙәргә, эшселәргә тапшырып, металлургтар адресына иң изге теләктәрен еткерҙе.

Белорет металлургия комбинатының иң яҡшы эшселәренә һѳнәри байрамдары айҡанлы наградалар тапшырыу тантанаһы бик йылы мѳхиттә үтте. Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, тармаҡ, муниципаль, корпоратив һәм профсоюз кимәлендәге исем,  наградаларға 90  металлург лайыҡ булды.

Металлургтарҙың һѳнәри байрамдарына хеҙмәт ярыштарына ла йомғаҡ  яһалды. Предприятиеның 47  яҡшы эшсеһе һәм 16  белгесе үҙҙәренең тырыш хеҙмәте ѳсѳн  наградаланды.  Комбинаттың 25 эшсеһенә  "БМК"  акционерҙар йәмғиәтенең  Хеҙмәт  ветераны"  исеме бирелде.  Комбинаттың  Почет таҡтаһына  иң яҡшы ѳс бригаданың һәм заводтың 66 эшсеһенең  фотолары  ҡуйылды. 

Байрам тантанаһына йәм ѳҫтәп, дѳйѳм ҡотлауҙар, ҡул сабыуҙар аҫтында  "Хеҙмәт династияһы" исеме Бардиндар ғаиләһенә тапшырылды.  Бардиндарҙың  дѳйѳм хеҙмәт стажы комбинатта - 70 йыл да 5 ай.  Әлеге мәлдә ғаиләнән 5 кеше комбинатта эшләй.

Бынан тыш,  Белорет металлургия комбинатының дүрт цех коллективы йыл йомғаҡтары буйынса  "Яҡшы хеҙмәт коллективы" исеменә ойошторолған ярышта еңгәндәре ѳсѳн бүләкләнде. Уларға тѳрлѳ йылдарҙа предприятиеның үҫешенә  әһәмиәтле  ѳлѳш индергән комбинаттың элекке директорҙары Василий Овчаренко, Петр Осетров, Николай Дроздов, Вадим Кулеша исемдәрен йѳрѳткән күсмә вымпелдар тапшырылды.

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге етәксеһе.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: