Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2021, 17:41

Сираттағы антирекорд ҡуйылды

Республикала һуңғы тәүлектә ковид осраҡтары теркәлеү буйынса сираттағы антирекорд ҡуйылды. Йәнә бишәү вафат.

Сираттағы антирекорд ҡуйылды
Сираттағы антирекорд ҡуйылды

Республикала һуңғы тәүлектә ковид осраҡтары теркәлеү буйынса сираттағы антирекорд ҡуйылды. Йәнә бишәү вафат.

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса республика оператив штабынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар 246 кешегә артҡан.

Һөҙөмтәлә төбәктә 24 сәғәттә ковид осраҡтары теркәлеү йәһәтенән сираттағы антирекорд ҡуйылды. Коронавирус башланғандан алып бөгөнгәсә уны республикала 44 972 кеше йоҡторған. Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, был сирлеләрҙең 41 688-е шәбәйгән. Улар араһында һуңғы тәүлектә - 118 кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булғандар һанын тағы бишәү тулыландырған.

Билдәләнеүенсә, әле республикала 800 мең самаһы кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән.

Фото: nbnews.com.ua

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: