-6 °С
Ясна
«Белоречье» шифахана-профилакторийында «Әсә һәм бала» йәйге һауыҡтырыу заезы үтә.
Һауыҡтырыу ялы 12 июлдә старт алды. 14-ешәр көнлөк бер нисә заезд планлаштырылған. Ошо ваҡыт эсендә 225 кеше - Белорет метаплургия комбинатында эшләгән ата-әсә һәм уларҙың 14 йәшкә тиклем балалары ял итәсәк. Балалар һәм ололар төрлө дауалау процедуралары ярҙамында һаулыҡтарын нығыталар. Улар өсөн 5 тапҡыр ашатыу ҙа ойошторолған.
“Пандемия, үткән йылдағы кеүек, балалар ялына үҙгәрештәр индерҙе. Барлыҡ саралар ҙа Роспотребнадзор талаптарына ярашлы үткәрелә”, - ти “Белорет металлургия комбинаты” идаралығы директоры Олег Тертычный. .