Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 13:02

Алты кеше коронавирус ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 248 кеше коронавирус йоҡторған. 

Алты кеше коронавирус ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы
Алты кеше коронавирус ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы

Был хаҡта республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итте. Шулай итеп, 22 июлгә төбәктә 45 966 сирле асыҡланған. «Бөтәһе 42 384 ауырыу һауыҡҡан, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә — 276», — тип белдерҙеләр оперштабта.

Әйткәндәй, уҙған йылдың аҙағынан яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн Башҡортостанға 996 280 доза вакцина килтерелгән. Тәүге компонентын 844 531 кеше алған, 531 143 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: