-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 11:55

Эльбрус Ниғмәтуллинға вертолетты күтәреү нимә ул!

Рәсәй Көс экстримы федерацияһының почётлы президенты, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйҙы, уны федерация таныны.

47 йәшлек спортсы бер нисә ай буйына 1476 килограмм ауырлыҡтағы вертолётты күтәрергә әҙерләнде. Донъяла ошондай үҙенсәлекле трюктың теркәлгәне юҡ.

Санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле тамашасылар рекордты ҡарарға килә алманы. Эльбрус әйтеүенсә, шул рәүешле ул Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһын дәртләндерергә теләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, 23 июлдә Токиола йәйге Олимпиада-2020 башлана, унда Башҡортостандан биш спортсы ҡатнаша.

Автор:Эльвира Хамзина