Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2021, 17:01

Йыл башынан аяныслы алты осраҡ теркәлде

Республикала бәләкәс балаларҙың ҡатлы йорттарҙан ҡолап төшөү осраҡтары йышайҙы. Йыл башынан алып 6 бала юғары ҡаттан ҡолап һәләк булған. Өфөлә йәнә 4 йәшлек сабыйҙы ҡотҡара алмағандар.

vesti-yaroslavl.ru
Фото:vesti-yaroslavl.ru

Ошо көндәрҙә йәнә 4 йәшлек сабый 9-сы ҡаттан ҡолап төшә. Был ваҡытта ул  әсәһе, бер йәшлек һеңлеһе һәм ағаһы менән өйҙә булған. Күрәһең, өлкәндәр сабыйҙың тәҙрәгә менгәнен күрмәй ҡалған. Малай ваҡиға урынында вафат була. Күп осраҡтарҙа балалар  серәкәйгә ҡаршы ҡуйылған сетканы тәҙрә быялаһы менән бутай һәм уға таянып ҡолап төшә.

Эҫе йәй көндәрендә тәҙрәләрен асҡан ата- әсәләр бәләкәс  балаларының ғүмере өсөн хәүефләнергә тейеш.  Иң мөһиме, сабый менән өйҙә ултырған әсәйҙәр үҙ балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаһын, уларҙың һәр аҙымына иғтибарлы булырға тейеш тигән кәңәш бирә белгестәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: