Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 18:05

Салауат, Батыр, Уралиә илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булып үҫһендәр

Игеҙәктәр - Салауат, Батыр һәм Уралиәгә ике ай ҙа булып китте. Сабыйҙар әсәләре Нәзилә, өләсәй, олатайы, апай-ағайҙары солғанышында иҫән-һау үҫәләр.

Эльвира Хәмзина.
Фото:Эльвира Хәмзина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Абҙаҡ ауылынан 38 йәшлек Нәзилә Хазырова өс игеҙ сабыйға ғүмер бүләк итеп, алты бала әсәһе булғайны.

Хәҙер инде алты бала әсәһе булған Нәзилә ханымға балаларҙы ҡарашыуҙа әсәйе ярҙам итә.

- Береһен йоҡлатһаң, икенсеһе уяна, уныһы илап өсөнсөһөн уята... Балалар үҙ бәхете менән тыуа тиҙәр. Сабыйҙарҙы иҫән-һау үҫтерергә яҙһын. Балаларҙы ҡарашыуҙа әсәйем, өлкән балаларым ярҙам итә, - ти ул.

Бөгөн муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла күп балалы әсәй менән осрашып, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм сабыйҙарға бүләктәр, әсәгә гөлләмә тапшырҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: