Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2021, 23:29

Айғыр ҡаяһында туристар аҙашҡан

Айғыр ҡаялары һуңғы йылдарҙа туристар араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Был хозур урынға хәҙер электропоезд менән дә килергә була. Миҙгелендә маршрут яҡынса 50 мең кешене хеҙмәтләндерә. Әммә уның хәүефле булыуын, ҡуйы урман һәм тауҙар аша үтеүен ҡайһы берәүҙәр иҫәпкә алмай, ахыры.  

Айғыр ҡаяларында ике турист юғалған. Ҡая башына менеп төшкән мәлдә ҡара урманда аҙашалар. Юлды таба алмағас, ҡотҡарыусыларға шылтыраталар. Белорет ҡотҡарыусылары туристарға йүнәлеште табырға ярҙам итә, билдәләргә ҡарап улар тимер юл станцияһына үҙҙәре килеп сыға.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғәткә сыҡҡанда абай булырға һәм хәүефле, белмәгән урындарға яңғыҙ йөрөмәҫкә кәңәш итә. Бер-бер хәл булһа, кеҫә телефоны аша 112 һандарын йыйырға кәрәк. Бәйләнеш булмаһа ла, ҡотҡарыусылар менән һөйләшеп буласаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: