Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 16:34

Аҡса отҡоң килһә, видео төшөр, вайн уйла!

Башҡортостандың Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тигән вайндар, мемдар һәм видеороликтар конкурсы иғлан итте.

Администратор
Фото:Администратор

Әүҙем булмышлы, ижади ҡарашлы кешеләр үҙҙәренең эштәрен ебәрә башланы ла, әммә беҙ һеҙҙән тағы ла ҡыҙығыраҡ ижад емештәрен, сағыуыраҡ сюжеттар -  вакцинациялауҙы хуплаған вайндар, мемдар, видеороликтар көтәбеҙ! Бәйгенең шарттары  үтә ябай һәм һәр кемдең ҡулынан килерлек.

Онотмағыҙ! Бәйгенең дөйөм приз фонды 300 мең һум тәшкил итә! 

Еңеүселәр өс номинацияның һәр ҡайһыһында айырым билдәләнә һәм түбәндәге приздарға лайыҡ була: 

I урын – 50 мең һум, II урын – 30 мең һум, III урын – 20 мең һум.

Конкурс ағымдағы йылдың  27 июленән 26 августҡа тиклем бара. 

Шарттарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 

1. Вайндар һәм видеороликтар төшөрөгөҙ, мемдар уйлап табығыҙ;

2. @mass_media_rb билдәһе аҫтында социаль селтәрҙәргә һалығыҙ;

3. #вместевируспобедим, #язавакцинацию хештегтарын ҡуйығыҙ.

Конкурстың тулыраҡ  ҡағиҙәләре һәм шарттары менән  http://xn--90aj4ac.xn p1ai/%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8/1547-prikolnis-v-podderzhku-vakcinacii-i-poluchi-50-30-20-tysyach.html  һылтанмаһы буйынса Башҡортостандың Журналистар союзы сайтында танышырға мөмкин.  

Эштәрегеҙҙе  түбәндәге электрон адресҡа ебәрегеҙ: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-07-83.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: