Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 16:06

Коллегаларға үрнәк күрһәтеп, прививка яһаттым

Башҡортостандың 90-ға яҡын медицина хеҙмәткәре коронавирустан прививка яһатҡан.

Табиптар «ГамКовидВак» («Спутник V») вакцинаһына ѳҫтѳнлѳк биргән. Был турала  Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау  министры Максим Забелин хәбәр итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика вакцинаның беренсе партияһын 2020 йылдың сентябрендә алған, ә медицина хеҙмәткәрҙәре вакциналау буйынса  төркѳм  булдырған.

«Медицина хезмәткәрҙәре пандемияға ҡаршы көрәштә берҙәнбер дөрѳҫ аҙым - сovid-19 таралыуын көтмәйенсә, вакцина яһатыу һәм коллектив иммунитет булдырыу тигән фекерҙә. Медицина персоналы араһында прививкаларҙың зур проценты табибтарҙың вакцинаға булған ышанысын күрһәтә",
ти ул.

Уны башҡа табибтар ҙа хуплай.

«Мин коронавирус инфекцияһын 2020 йылдың авгусында кисерҙем. Ваҡыт уҙыу менән антиесемдәр түбнәйеүен белдем, шуға күрә лә үҙемде лә, пациенттарҙы ла һаҡларға һәм прививка яһатырға тигән ҡарар ҡабул иттем. Вакцинаны быйыл йәй эшләттем. Беҙҙең бүлектә барлыҡ белгестәр ҙә прививкалы. Коллегаларға үрнәк күрһәтергә кәрәк ине. Һүз ҙә юҡ, теләһә ҡайһы дарыу препаратындағы кеүек үк, вакцинала ла өҫтәмә эффекттар бар. Тик улар менән дә коронавирусҡа бирешеү ихтималы күпкә кәмей»,
ти Республика кардиология үҙәгенең 2-се рентгенохирургия диагностикаһы һәм дауаланыуҙың рентгенохирургия алымдары бүлеге мөдире Тимур Хафизов.

Фото "Башинформ"

Автор: Сатура Минһажитдинова.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: