Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 10:02

Владимир Путин бѳгѳн Әбйәлил районына килә

Бѳгѳн ил Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән  Башҡортостандың Әбйәлил районында була

Бында ул “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү буйынса “Цемикс”  заводын эшкә ҡушыуҙа ҡатнаша. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше мөмкинлеген арттырасаҡ.

Бынан тыш, ил Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән  эш осрашыуы үткәрә.

Шулай уҡ Владимир Путин Силәбе өлкәһендә лә була. Ил Президенты  Силәбе өлкәһендә тәбиғи янғындарҙан зыян күргән райондарҙы ҡарай, унан һуң тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен юҡҡа сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрә. Шулай уҡ Президент Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашып һѳйләшергә ниәтләй.

Автор: Сатура Минһажитдинова.

Фото: https://boxing-ekb.ru/sites/default/files/b8feb2a79c70c781623c12cda8e30586.jpg сайтынан.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: