Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 17:02

Тѳҙѳүселәр кѳнѳ айҡанлы наградалар тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Төҙөүселәр көнө айҡанлы, республиканың төҙөлөш тармағының 77 алдынғы белгесенә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Фәрит улы төҙөүселәргә фиҙакәр һәм етештереүсәнле эштәре өсөн рәхмәт әйтте, юғары награда алыуҙары менән ҡотланы, төҙөүселәрҙең көсө менән республикала бер-бер артлы мөһим объекттар ҡалҡыуын билдәләне һәм уларҙың яңыраҡ файҙаланыуға индерелгәнен - Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылған “Цемикс” заводын әйтеп үтте. “Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана! Бурысығыҙ - төҙөргә, төҙөргә һәм төҙөргә, ә беҙҙеке - ошо йүнәлештә ярҙам итергә”,
тине республика етәксеһе.

Был тантана уҙғарылған бинаға - Өфөнөң Пушкин урамындағы Колонналы залға - республиканың  төрлө төбәктәренән төҙөлөш тармағы белгестәре йыйылғайны. Уларҙан “6-сы Сәнәғәт-төҙөлөш комплексы” компаниялары төркөмө директоры Андрей Носков Халыҡтар дуҫлы орденына лайыҡ булды, Благовещен тимерле бетон заводы директоры Евгений Копытовҡа, 3-сө төҙөлөш фирмаһы машинисы Фәнис Саҙриевҡа һәм “Жилтсройинвест” компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Рабис Сәлиховҡа “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы тапшырылды. Республика етәксеһе ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы алырға сәхнәгә беренсе булып “Корунд” йәмғиәтенең баш инженеры Ғайса Әбсәләмов сыҡты. Был юғары награданы унан тыш тағы ла 37 кеше алды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ булған төҙөүселәр тағы ла күберәк ине - ошо маҡтаулы исем 42 белгескә тапшырылды. Бынан тыш бер нисә төҙөүсегә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты  бирелде. Награда алған төҙөлөш алдынғылары ла Радий Фәрит улына үҙ хеҙмәттәрен шулай юғары баһалаған өсөн рәхмәт әйтте.

- Беҙ һуңғы йылдарҙа, ауыр заман булыуына ҡарамаҫтан, республикала яҡшы яҡҡа ҙур үҙгәрештәр булыуын күрәбеҙ, республика етәкселегенә ошондай хәстәрлек өсөн рәхмәтлебеҙ,
тине “Авиатрон” ғилми етештереү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Деев, награда алғанда сығыш яһап.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: